Йыл башынан Башҡортостандан 440 компания «Демография» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған субсидияланған найм программаһында ҡатнашты.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, программа буйынса республикала ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәргә эйә булған 30 йәшкә тиклемге йәштәр эшкә урынлаша ала. Тап шуның өсөн Башҡортостанда йәштәр араһында эшһеҙлек кимәле бөтә илдәгегә ҡарағанда түбәнерәк һәм 1,7 процент тәшкил итә.
«Демография» милли проекты ярҙамында Рәсәйҙә мәшғүллек үҙәктәре әүҙем яңыртыла. Уларҙа эш табырға ярҙам итәләр, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш бирәләр һәм юридик хеҙмәттәр күрһәтәләр, шулай уҡ яңы һөнәр алырға тәҡдим итәләр. Яңы типтағы үҙәктәрҙең төп эш ысулы -һәр кемгә ярҙам биреү. Милли проект РФ Президенты Владимир Пути ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.