«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙған сара инвалидтар көнөнә һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылына арналды.
Сараны асыу тантанаһын район мәҙәниәт йорто йырсыларының матур йыры, шулай уҡ Вилдан Зәйнишев менән Айҙар Абдуллиндың моңло дуэты биҙәне.
Спортсыларҙы сәләмләү һүҙе менән район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова сығыш яһаны.
— Республикала иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы аҙағына яҡынлаша. Йыл дауамында төрлө саралар уҙҙы, һәр кемгә ярҙам, иғтибар күрһәтергә тырыштыҡ, — тине Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы. — Һеҙгә барығыҙға ла әүҙем тормош позицияғыҙ, спорт менән дуҫ булыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәнова барыһын да тәбрикләп, яҡшы кәйеф, лайыҡлы еңеү теләне.
Спорт байрамында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылына йомғаҡ та яһалды. Инвалидтар йәмғиәтенең урындарҙағы ойошмалары рәйестәре — Руслан Дәүләтов (Хәлил), Зифа Фәтхетдинова (Асҡар), Фуат Алтынбаев (Йәнгел), Әлфиә Әҡсәнова (Ташбулат), Ғәҙилә Баһауетдинова (Хәмит), Рәйсә Ғәбитова (Таштимер) йыл дауамында әүҙем эшмәкәрлек алып барған өсөн район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Районда инвалидтарҙың спорт хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәм республика ярыштарында еңеүҙәр яулаған спортсылар район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаровтың Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Зөлфир Зәйнуллин (тау саңғыһы спорты), Клара Попкова (бильярд, теннис, дартс), Инсар Хөбитдинов (шахмат, шашка, йөҙөү, пауэрлифтинг), Фирүзә Аралбаева, Шәрәфетдинов Рәмил (шашка), Юлай Аҙнабаев (туризм, дартс, еңел атлетика), Йәмил Аҡмырҙин (туризм, бильярд, теннис, дартс), Илһам Хатапов (туризм, йөҙөү, еңел атлетика), Акрам Италмасов, Рәфҡәт Билалов, Гүзәлиә Фәттәхова (шахмат), Рәйлә Шәрәфетдинова (теннис, дартс), Сәлих Дәүләтов (теннис, бильярд, дартс), туризм буйынса еңеүҙәргә өлгәшкән Гөлнур Ялалова, Нур Аллаяров, Илдар Исламов, Мөслимә Моталова, Илһам Мөхәмәтйәров, Дамира Килдейәрова, Фуат Алтынбаев, Зөлфәр Байбулатовты бүләкләп, Нәсимә Вәйес ҡыҙы һәр спортсының ҡаҙаныштарын билдәләне, маҡтау һүҙҙәрен әйтте.
Республика һәм төбәк-ара ижади конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған йырсылар Вилдан Зәйнишев, Азамат Итекәев менән Айҙар Абдуллин бүләктәргә лайыҡ булды.
Район инвалидтар ойошмаһына күрһәткән ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовҡа, уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаровҡа, социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимоваға, мәҙәниәт бүлегенең художество етәксеһе Заһит Ғәбитовҡа, "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексы Таһир Сәйфуллинға, район гәзиттәре мөхәррирҙәре Вил Илһамов менән Таңсулпан Йомағужинаға, спорт буйынса белгес Лилиә Манаповаға һәм "Ирәндек" кафеһы директоры Гөлназ Ғәзизоваға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры урынбаҫары Илшат Мөхәмәҙиев ярыштарҙа ҡатнашыу тәртибе тураһында аңлатҡандан һуң старт бирелде. Алты спорт төрө — өҫтәл теннисы, дартс, баскетбол тубын ырғытыу, гер күтәреү, армреслинг, йөҙөү буйынса ярыштар сәмле барҙы.
Гер күтәреүҙә беренсе урынды Алмаз Дәүләткирәев (Амангилде) менән Минзәлә Йосопова (Сиҙәм) яуланы. Икенселә — Нуриман Ялалов( Дәүләт), Илсиә Ғилманова (Асҡар). Өсөнсө урынға хәлилдәр — Зөлфәр Байбулатов менән Ғәйниә Ғабдрахманова сыҡты. Армрестлинг буйынса ла Алмаз Дәүләткирәев еңеүсе булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Фәниә Мусина (Асҡар) беренселек алды. Рушан Баязитов( Ишҡол), Римма Әминева (Сиҙәм) икенсе, Айсыуаҡ Шәрипов (Йәлембәт), Хөснә Хәлфетдинова (Ҡырҙас) өсөнсө урында. Тенниста беренсе урынды Йәмил Аҡмырҙин (Тупаҡ) менән Фәймә Ғәлимова (Рауил) яуланы. Икенселә — Альфред Шөғүров (Ишбулды), Кинйәбикә Фәйзуллина (Юлдаш), өсөнсө урында — Акрам Италмасов (Әбйәлил). Дартста Нуршат Шәрәфетдинов (Хәмит) менән Миңзәлә Хәйруллина (Буранғол) еңеүселәр булды. Ринат Әхмәтйәнов (Сиҙәм), Рәйлә Солтанова (Буранғол) икенсе, Илнур Сафин (Ташбулат), Фәймә Ғәлимова призлы урындар алды. Йөҙөүҙә Динар Ҡарағолов (Дәүләт) менән Клара Попковаға (Асҡар) тиңләшеүсе булманы. Рушан Баязитов (Ишҡол), Дамира Килдейәрова (Хәлил) икенсе, Ринат Әхмәтйәнов өсөнсө урынды алды. Баскетбол тубын ырғытыуҙа Йәмил Аҡмырҙин йәнә еңеүсе булды. Айсыуаҡ Шәрипов икенселә, Алексей Витушкин (Дәүләт), Гөлнур Ялалова (Һәйетҡол), Фәниә Мусина өсөнсө урында билдәләнде.
Командалар араһында Асҡар, Таштимер һәм Рауил инвалидтар ойошмалары призлы урындар яуланы.
— Йыл дауамында утыҙға яҡын спорт сараһын ойошторҙоҡ. Бөтә ауыл биләмәләрендә лә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе туплау, уларға ярҙам итеү менән шөғөлләнгән беренсел ойошмалар эшләй. Уларҙың барыһының да үҙ спортсылары, командалары бар. Район ярыштарында үҙҙәрен лайыҡлы күрһәткәндәр республика кимәленә сығыуы һәм еңеүҙәр яулауы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – тине Нәсимә Вәйес ҡыҙы бүләкләү тантанаһын йомғаҡлап. — Артабан да шулай спорт менән дуҫ һәм әүҙем булығыҙ, яңы үрҙәр яулағыҙ. Үҙеңде еңеүҙән дә оло еңеү юҡ!