Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 04:55

Хата күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ!

Республикала алтаҡталарҙағы хаталар тураһында чат-бот аша хәбәр итергә мөмкин.

Хата күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ!Хата күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ!
Хата күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ!

Республика менән идара итеү үҙәге чат-бот төҙөгән. Уның ярҙамында алтаҡталарҙа, юл билдәләрендә, туҡталыштарҙа, реклама плакаттарында осраған хаталар тураһында хәбәр итергәһәм төҙәтергә мөмкин.

Бының өсөн аныҡ адресты күрһәтергә һәм фото беркетергә кәрәк. Комментарийҙы «Инцидент менеджемент» мәғлүмәт системаһы автоматик рәүештә теркәп бара, белгестәр ялыуҙы теге йәки был структураға тапшыра.

«Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» һанлы ярҙамсыһы русса ла, башҡортса ла «аңлай». Ул Telegram мессенджерында бар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-11/v-bashkirii-soobschit-ob-oshibkah-na-vyveskah-mozhno-cherez-chat-bot-4046852

Автор:
Читайте нас