Тимәк, халыҡ бюджетлы торлаҡҡа эйә булырға теләй. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Төҙөлөш күләмдәрен арттырыу "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Торлаҡ" федераль проектының төп маҡсаттарының береһе булып тора.
Һөҙөмтәлә аҙ метражлы фатирҙар, башҡалары менән сағыштырғанда, тиҙерәк ҡиммәтләнә.
“Фатирҙар донъяһы” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ноябрҙә Өфөлә икенсел баҙарҙа уртаса фатир хаҡы 6 миллион һум тәшкил иткән. Платформа аналитиктары хәбәр итеүенсә, хәҙер элекке фатирҙарын һатып, яңыһын алырға тырышалар. Ә сумма айырмаһын һатып алыусы үҙ иҫәбенә ҡаплай.
Икенсел баҙарҙағы әүҙемлек юғары тип баһаланған – ташламалы ипотека юҡ, ә беренсел баҙарҙағы хаҡтар төшмәй. Төҙөүселәр осһоҙораҡ һата алмауы тураһында аңлатҡан, сөнки төҙөлөш хаҡы артҡандан-арта.
Фото: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.