-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь , 15:05

Байрам осоронда хәмер һатыу сикләнә

Яңы йылда республикала араҡы һатыу тыйыласаҡ.

Байрам осоронда хәмер һатыу сикләнә
Байрам осоронда хәмер һатыу сикләнә

Башҡортостанда яңы йыл байрамдарында иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнә. Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, магазиндарҙа ваҡытлыса алкоголь продукцияһын һатыу тыйыла: 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән икенсе көндөң иртәһенә (сәғәт 10-ға) тиклем; 6 ғинуарҙа — киске 5-тән төнгө 11-гә тиклем.

Был сикләү бар-ресторандарға ҡағылмай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-18/v-novogodnie-prazdniki-v-bashkirii-ogranichat-prodazhu-alkogolya-4057374

Автор:
Читайте нас: