-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь , 09:30

Ил Башлығына Нефтекама ҡалаһынан һорау

Тура бәйләнеш барышында Владимир Путинға Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе ҡатын инсулин етмәүенә зарланды. #ВладимирПутин

Ил Башлығына Нефтекама ҡалаһынан һорау
Ил Башлығына Нефтекама ҡалаһынан һорау

Президент һүҙҙәренсә, Рәсәй илебеҙҙең фарма индустрияһына тиҫтәләрсә миллиард һум аҡса һала.

 – Фарма  – эшмәкәрлегебеҙҙең мөһим йүнәлеше. Йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙар буйынса беҙ 2030 йылға үҙебеҙҙе тәьмин итеүҙең 90 процентына, ә медицина изделиелары буйынса 40 процентына сығырға тейешбеҙ. Бөгөн үҙебеҙҙең препараттар, субстанциялар булдырыла, Рәсәйҙә ҡатмарлы дарыуҙар етештерелә башланыҡ, шул иҫәптән онкология менән көрәшеү өсөн, – тип билдәләне Владимир Владимирович.

Ул шулай уҡ, ил халҡын дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн аҡса тулыһынса бүленеүе, әммә чиновниктарҙың тотҡарлыҡтары һәм сауҙала ашыҡмауҙары кешеләрҙең ғазапланыуына сәбәп була, тип билдәләне.

“Эш бик ҙур, өҙөклөктәр бар. Был ойоштороу мәсьәләһе. Барыһын да ваҡытында эшләргә кәрәк”, – тине ил етәксеһе.

Президентҡа мөрәжәғәттән һуң республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ольга Шәйхетдинова, ҡалала инсулинға бәйле мәсьәләләр юҡ, тип белдерҙе.

– Нефтекама дарыуханаларында граждандарҙың ташлама менән файҙаланған категорияларын тәьмин итеү өсөн бөгөнгө көнгә 270 упаковка инсулин бар. Дөйөм алғанда, республикала төрлө төрҙәге 46 368 инсулин препараты бар, уларҙан федераль ташлама файҙаланғандарҙы тәьмин итеү өсөн – 36 656 упаковка, төбәк ташламалары өсөн – 9 712 упаковка. Кәрәк булғанда, препараттар дарыуханалар араһында бүленә. Был пациент 2024 йылдың июленән поликлиникаға мөрәжәғәт итмәгән. Уға тиклем уның дарыуға рецебы булған. Кисә ул әлеге мөрәжәғәтте ҡалдырҙы, уны поликлиникаға ҡабул итеүгә саҡырҙылар һәм рецепт яҙҙылар. Бөгөн ул инсулин алды ла инде, - тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ольга Шәйхетдинова.

ФОТО:mel.fm

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: