-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь , 10:50

Льготалы IT-ипотека һаҡлана

Ил Башлығы тура бәйләнештә ғаилә һәм ауыл ипотекаһына бәйле һорауға ла яуап бирҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Льготалы IT-ипотека һаҡлана
Льготалы IT-ипотека һаҡлана

Тыуым кимәле түбән булған төбәктәр өсөн, ә улар 35 самаһы, махсус ярҙам программаһы әҙерләнәсәк, тип белдерҙе Владимир Путин. Улар өсөн айырым ярҙам программаһы әҙерләнә, уның сиктәрендә алдағы бер нисә йылда демографик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә 75 миллиард һум бүленәсәк. Был “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ.

Дәүләт башлығы  банктарҙың ғаилә һәм ауыл ипотекаһын ташламалы шарттарҙа биреүҙән баш тартыуы, киреһенсә, юғары ставкалы йәки арттырылған тәүге иғәнә менән шарттар тәҡдим итеүен ярамаған эш итп баһаланы. Президент шулай уҡ льготалы IT-ипотеканы һаҡлап ҡалырға кәрәклеген белдерҙе.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: