“Халыҡ-ара кооперция һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тышҡы сауҙа эшмәкәрлеге өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса Башҡортостан иң алдынғы төбәктәрҙең береһе тип танылды.
- 2024 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк экспорт стандартын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан икенсе урында. Волга буйы федераль округы буйынса республика пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде һәм беренсе урынды яуланы, - тине Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад бәйләнештәр һәм һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Экспортерҙар ярҙамы менән төбәктә бер нисә программа тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Башҡортостанда бизнес-шерифтарҙы уҡытыу алып барыла. Улар бизнес үҫешенә булышлыҡ итә. 2024 йылдан республикала урман һәм ауыл сәнәғәте комплексы, нефть газы, химия һәм еңел сәнәғәт предприятиелары өсөн “Экспорт форсажы” акселерация программаһы тормошҡа ашырылды. Бынан тыш, Башҡортостан предприятиелары “Йыл экспорты” Бөтә Рәсәй премияһында еңеүҙәр яулай, призлы урындарға лайыҡ була.