Йәмғиәт
17 Января 2025, 10:15

«Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды

Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығына арналған «Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды«Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды
«Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды

Унда фронтта булған хәлдәр һәм тылдағы тормош тураһында мәғлүмәт, алыштар һәм геройҙар тураһында ҡыҙыҡлы факттар, фронт хаттарының сканер аша үткәрелгән хаттары һәм ветерандарҙың хәтирәләре, шулай уҡ тематик викториналар һәм иҫтәлекле датаға арналған сараларҙың анонстары баҫыла.

Интернет киңлектәрендә яңы каналдарҙың барлыҡҡа килеү2025 йылдан “Һанлы иҡтисад” милли проектын алмашҡа килгән  “Мәғлүмәттәр иҡтисады  һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” проекты н тормошҡа ашырыуға ла йоғонто яһаясаҡ.

Әйткәндәй, республикала Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан төп тантаналар 2025 йылдың 9 майында  Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә һәм Еңеү паркының мемориаль комплексында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башлана. Тантаналарҙа ветерандар, хәрби-патриотик клубтарҙың тәрбиәләнеүселәре, ирекмәндәр һәм патриотик ойошмаларҙың активистары, махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнаша.

Өфөлә Еңеү көнөнөң төп сараһы – Октябрь проспектында хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби техника парады. Смотрҙа Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттарының ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһы һәм тантаналы йыйылыш була.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас