Быйыл Башҡортостанда тағы ла 18 яңыртылған кадрҙар үҙәге асыласаҡ.
«Был эште 2019 йылда «Демография» милли проекты буйынса башлағайныҡ. Ул ваҡытта беҙҙә ғәҙәти мәшғүллек үҙәктәренән ныҡ айырылып торған тәүге «Работа России» кадрҙар үҙәктәре барлыҡҡа килде. Бында яҡшы, заманса ремонт, фирма стиле, ә иң мөһиме – халыҡты эшкә урынлаштырыуға айырым ҡараш», — тип билдәләне төбәк БашлығыРадий Хәбиров.
Былтыр республикала мәшғүллек үҙәктәрен комплекслы модернизациялау эштәре дауам итте. Бөгөн республикала 50 яңыртылған кадрҙар үҙәге иҫәпләнә. 2025 йылда тағы 18-ендә эштәр тамамлана.
«Элеккеләрен йүнәтеү яңыларын һалыуға ҡарағанда ҡиммәтлерәк булған урындарҙа беҙ модулле кадрҙар үҙәктәрен төҙөнөк. Әйтәйек, Сибайҙа, Туймазыла һәм Мәсәғүттә, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — 2024 йылда мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең 57 проценты Рәсәй Хеҙмәт министрлығының Бөтә Рәсәй хеҙмәт ғилми-тикшеренеү институтының профилле программалары буйынса уҡып сыҡты».
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, яңыртылған кадрҙар үҙәктәре клиенттары хәҙер хеҙмәттәр комплексын алыу мөмкинлегенә эйә. Бурыс — кешенең эш эҙләү өсөн сарыф иткән ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм, әлбиттә, эшкә урынлашыу кимәлен күтәреү.