Былтырғы йылдың социологик тикшеренеүҙәренә ярашлы, электрон рәүештә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү сифатына ҡәнәғәтлек Башҡортостанда 10 процентҡа арҡан һәм 84,8 процент тәшкил итә. Социаль мөһим хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү - “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) төп бурыстарының береһе. Быйыл ул яңы милли проект “Дәүләттең мәғлүмәттәр иҡтисады һәм һанлы трасформациялар” (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация”) итеп яңыртылды.
-Хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү граждандарға өйҙән сыҡмай ғына уңайлы рәүештә тейешле документтарҙы һәм мәғлүмәттәрҙе алырға мөмкинлек бирә. Эште ябайлаштырыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон ғаризалар формаһын беҙ даими рәүештә камиллаштырабыҙ. Ҡәнәғәтлек кимәленең юғары булыуы хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү буйынса тырышлығыбыҙҙың граждандар тарафынан да хупланыуы тураһында һөйләй, - тине Башҡортостандың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Хәтерегеҙегә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Дәүләт хеҙмәттәре порталында иң ҙур ихтыяж менән ҡулланылған хеҙмәттәр түбәндәгеләр: бала тыуыуҙы теркәү, урмандарҙы файҙаланыу тураһында урман декларацияларын һәм отчеттарҙы ҡабул итеү, никахты теркәү.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.