Йәмғиәт
31 Ғинуар 2025, 04:50

Сиҙәмдә зыярат төҙөкләндереләсәк

Изге эш ППМИ ярҙамында башҡарыласаҡ.

Сиҙәмдә зыярат төҙөкләндереләсәкСиҙәмдә зыярат төҙөкләндереләсәк
Сиҙәмдә зыярат төҙөкләндереләсәк

ППМИ ярҙамында Сиҙәм ауылында күп эштәр башҡарылды. Әйтәйек, "Чебурашка" балалар баҡсаһының тәҙрәләре яңыртылды, урамдар яҡтыртылды, мәҙәниәт усағының тәҙрәләре алыштырылды.

Сиҙәм ауылында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Көн тәртибенә өс проект - стадионды төҙөкләндереү, юлды ремонтлау һәм зыярат кәртәһен алыштырыу ҡуйылды. Ауыл халҡының күпселек тауышы менән Сиҙәм ауылының зыяратын төҙөкләндереү проекты һайланды. Сөнки  бөгөнгө көнгә ата-бабаларҙың мәңгелек йортон тәртипкә килтереү беренсе сираттағы бурыс булып тора. Имам-хатиб Р. Ф. Юлдыбаев, В. Н. Карпов, С. Х. Рәжәпов проектты хуплап сығыш яһаны.

Программаны тормошҡа ашырыу өсөн инициатива төркөмө һайланды, унда ауылдың иң әүҙем 15 кешеһе инде. Йыйылышта ҡатнашыусылар һәр йорттан 1000 һум аҡса йыйырға килеште. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте, фермерҙар һәм эшҡыуарҙар ҙа изге эшкә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас