Йәмғиәт
5 Февраль 2025, 04:35

В.Путин Башҡортостандан йөҙйәшәр инәйҙе ҡотланы

Башҡорт ағинәйе оло юбилейын билдәләне.

В.Путин Башҡортостандан йөҙйәшәр инәйҙе ҡотланыВ.Путин Башҡортостандан йөҙйәшәр инәйҙе ҡотланы
В.Путин Башҡортостандан йөҙйәшәр инәйҙе ҡотланы

Салауат районының Нәсибаш ауылынан Сания Әхмәтова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙҙы ил президенты Владимир Путин ҡотланы.

«Беҙ һеҙҙең быуын – еңеүселәр быуыны менән ихлас ғорурланабыҙ. Һеҙ Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һынауҙарын намыҫ менән үттегеҙ, ә һуғыштан һуң иптәштәрегеҙ, халҡыбыҙ менән илде тергеҙҙегеҙ. Тормош юлығыҙ һәр саҡ  ныҡлыҡ, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ышаныс, Тыуған илгә тәрән һөйөү өлгөһө булып хеҙмәт итер»,  — тиелә ҡотлау телеграммаһында.

Сания Әхмәтова 1925 йылда Салауат районының Нәсибаш ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны, тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны. Бөгөн йөҙйәшәр инәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре хәстәрлегенә солғанып йәшәй. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-04/vladimir-putin-pozdravil-zhitelnitsu-bashkirii-s-vekovym-yubileem-4107161

Автор:
Читайте нас