Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 15:25

Йәштәр менән эш — мөһим бурыс

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты  министрлыҡҡа үҙгәрә.

Йәштәр менән эш — мөһим бурыс
Йәштәр менән эш — мөһим бурыс

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын  министрлыҡ итеп үҙгәртеү йәш быуынға дәүләт ярҙамының мөһимлеген сағылдыра. Һәм был юҫыҡтағы мәсьәләләрҙе һөҙөмтәлерәк хәл итергә мөмкинлек бирәсәк тигән ышанысты арттыра. Республика Башлығы Радий Хәбиров йәштәр менән даими аралаша, университеттарҙа, «Патриот» үҙәгендә, «Кампус» майҙансығында осрашыуҙар үткәрә, был асыҡ диалогҡа һәм үҙ-ара аңлашыуға булышлыҡ итә.

— Йәштәр менән эш — беҙҙең төп бурыс. Беҙ ҡасан булһа ла вазифаларыбыҙҙан китәсәкбеҙ һәм урыныбыҙға йәштәр киләсәк. Улар дәүләткә ҡарата аңлы, асыҡ позиция менән килергә тейеш. Шуға күрә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын Йәштәр сәйәсәте министрлығы итеп үҙгәртергә ҡарар иттек, — тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Башҡортостан — Рәсәйҙең иң йәш төбәктәренең береһе тип иҫәпләнә. Республикала йәштәр һаны 1,057 миллион тәшкил итә (был төбәк халҡының дөйөм һанынан 26 процент). Әлеге күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында етенсе урынды биләй.

Яңы министрлыҡты быға тиклем Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын биләгән Вито Сабиров етәкләйәсәк.

«Беренселәр хәрәкәте» белгесе Розалия Сафина:

 — Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының министрлыҡ буласағын белгәс бик ҡыуандым. Сөнки ведомствоның статусы күтәрелә, был йәштәребеҙ өсөн ҙур мөмкинлектәр һәм юлдар асасаҡ. Беҙҙең талантлы, шәп йәштәребеҙ  күп. Уларға дөрөҫ йүнәлеш бирергә, тормошта үҙ урынын табырға ярҙам кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикала  федераль сараларҙан ҡалышмаған проекттар юғары кимәлдә ойошторола. «Башмолодежь» бренды танылыу яуланы һәм алыҫ райондарҙан килгән йәштәр хәҙер баш ҡаланың форумдарында ҡатнаша ала. Мин үҙем уларҙың бер нисәүһендә булдым. Был сараларҙа  республика етәкселәре менән аралашыу өсөн бик яҡшы майҙансыҡтар эшләне, йәштәр үҙҙәрен борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алды һәм мөһим проблемаларҙы тикшерҙе

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: