Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
19 Март , 16:00

"Атай ҡаһарманлығы" конкурсы башлана

Райондың шәп, булдыҡлы атайҙары ҡатнашығыҙ!

"Атай ҡаһарманлығы" конкурсы башлана
"Атай ҡаһарманлығы" конкурсы башлана

Өлгөлө атайҙарҙы "Атай ҡаһарманлығы" конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Үҫеп килеүсе быуынды лайыҡлы тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, традицияларҙы тергеҙгән, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн йәмәғәт наградаһын Башҡортостанда алтынсы тапҡыр тапшырасаҡтар. 

Быйыл ҡатнашыу тағы ла еңелерәк буласаҡ - ғариза биреү форматы камиллаштырыласаҡ, бөтә документтар электрон төрҙә ҡабул ителәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларға һылтанма буйынса анкета-ғариза тултырырға кәрәк https://forms.yandex.ru/u/67d3db6d4936394292a18f37/ 

Конкурс ғаризаларын баһалауҙың 3 критерийы билдәләнде:

-конкурста ҡатнашыусының балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшө,

-йәмәғәт, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә индергән өлөшө,

профессиональ, хеҙмәт эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшө.

Конкурс лауреаттарын бүләкләү ағымдағы йылдың июленә планлаштырылған.  Өфөлә уҙасаҡ тантана Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөнә арналасаҡ.

Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте конкурс тураһында положениела уҡығыҙ. https://op.bashkortostan.ru/documents/active/615960/ 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: