Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
19 Март , 15:10

Программа уңышлы эшләй

Ололар ҙа ял итергә, сәфәр йөрөргә ярата.

Программа уңышлы эшләй
Программа уңышлы эшләй

2020 йылдан республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты эшләй. Был ваҡыт эсендә ул оло быуын яратып өлгөргән проектҡа әйләнде: 2024 йылда ял итеү программаларында 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, был республиканың өлкән быуын халҡының яртыһы тигән һүҙ. Башҡортостанда бөтәһе 936,3 мең кеше - оло быуын вәкиле. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы буйынса беҙҙең район ололары ла сәфәрҙәр ҡылды.

Программа артабан да эшләйәсәк. 2025 йылдан «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» төбәк программаһы «Ғаилә» милли проектының «Өлкән быуын»федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Яңы, ҡыҙыҡлы саралар ойоштороласаҡ, уларға ололарҙы йәлеп итергә мөмкин буласаҡ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: