Был республика өсөн “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (билдәләгән күрһәткестәрҙән 14 процентҡа күберәк.
Төҙөлөш комплексын үҫтереү буйынса республика – Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы ун төбәге иҫәбендә. 2024 йылда Башҡортостан сираттағы тарихи максимумына өлгәште – 3,348 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. 18 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы авария хәлендәге йорттарҙан 1,1 мең кеше төҙөк һәм хәүефһеҙ фатирҙарға күсте. Льготалы категория граждандарынан 7 326 кеше дәүләт ярҙамы алды. Был маҡсатҡа бюджеттан 3,7 миллиард һум бүленгән. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса план күрһәткесе 35 процентҡа арттырып үтәлгән. Торлаҡ менән рекордлы һанда етемдәр 1029 кеше тәьмин ителгән.