Президент Владимир Путин Башҡортостан табиптарына маҡтаулы исем бирҙе. Бүләкләү тураһындағы указдар Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Документтарға ярашлы, "Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы" исеме республика онкология диспансерының баш табибы урынбаҫары Рөстәм Әйүпов менән республика ҡан биреү станцияһы баш табибының медицина бүлеге буйынса урынбаҫары Елена Стрельниковаға бирелде.
"Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре" исеменә Иглин районы хакимиәтенең баш белгесе Әнәс Вәлиуллин лайыҡ булды.
"РФ-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеме Волга һыу транспорты университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы Сергей Крикуновҡа бирелде.
Владимир Путиндың икенсе указы менән «Буринтех» предприятиеһы токары Флорит Хафизов Рәсәй Президентының почет грамотаһы менән бүләкләнде. Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Индира Әсәҙуллинаға Рәсәй Президентының рәхмәт хаты бирелде.
«Остазлыҡ өсөн» билдәһе менән «Йылылыҡ Селтәре» ЯСЙ-һы слесары Рәжәп Сирғәлин билдәләнде.