Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
26 Март , 11:05

Торлаҡ төҙөү арта

Был маҡсатта аҡса бүленәсәк.

Торлаҡ төҙөү арта
Торлаҡ төҙөү арта

2036 йылға Башҡортостанда 8 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла.

6 йыл эсендә республикала торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программалары буйынса 4 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Был маҡсатта федераль бюджеттан 13 миллиард һумдан ашыу субсидия бүленгән. Республика бюджеты тағы 4,7 миллиард һум йүнәлткән, ә муниципаль бюджеттан субсидиялар 500 миллион һум тәшкил иткән. Был эште дауам итеү 2036 йылға өҫтәмә рәүештә 8 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: