Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
28 Март , 16:25

Оҫта ла, уңған да Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары

Һуңғы осорҙа район ҡатын-ҡыҙҙары советы булышлығында Асҡарҙа оҫталыҡ дәрестәре йыш үтә.

Оҫта ла, уңған да Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары
Оҫта ла, уңған да Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары

Һәр эшкә маһир әбйәлилдәр ойошторолған мастер-кластарға бик әүҙем йөрөй һәм үҙҙәренә оҡшаған ҡул эштәренә ихлас өйрәнә.

Һуңғы ике аҙнала ғына район мәҙәниәт йортонда оҫта Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова тегенергә яратыусыларҙы боронғоса һыпайта күлдәк тегеү серҙәренә өйрәтте.

Шаршамбыла Социаль фондтың Әбйәлил бүлексәһендә урынлашҡан ололарҙың аралашыу үҙәгендә Гөлназ Абдуллина етәкселегендә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар теүәтәй тегеү буйынса оҫталыҡтарын камиллаштырҙы.

Икенсе көнөндә бында Файза Мирхәйҙәрова боронғо башҡорт биҙәүесе – ҡашмау тегеү серҙәре менән бүлеште. Ошондай уҡ мастер класс йомала район мәҙәниәт йортонда Фәриҙә Уйылданова үҙенең ҡашмау эшләү серҙәре менән бүлеште.

Район балалар ижады йортионда уның етәксеһе Рәғиҙә! Сафина аҙна һайын теләге булғандарҙы башҡорт ҡатны-ҡыҙҙары биҙәүестәрендә киң ҡулланылған көмбәҙ һуғырға өйрәтә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: