Башҡортостан – илдә урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса лидерҙарҙың береһе. Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитетының күсмә кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай һандар килтерҙе. Кәңәшмәнең темаһы – кадрҙар әҙерләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу тәжрибәһе.
«Урта һөнәри белем биреү төрлө этаптарҙы үтте, колледждар бөгөн төрлө хәлдә. Әммә беҙ колледжда уҡыған йәштәрҙе ихтирам итергә, уҡыу һәм йәшәү өсөн шарттар булдырырға кәрәклеген аңланыҡ. Беҙҙә колледждарҙың инфраструктураһын яҡшыртыу, уларҙы матди-техник яҡтан йыһазландырыу, шулай уҡ ятаҡтарын капиталь ремонтлау өсөн республика программаһы ҡабул ителде», – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда республикала 331 миллион һумға 15 колледжда капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Өс йыл эсендә 29 колледжды капиталь ремонтлау өсөн республика бюджетынан 1,3 миллиард һум бүленде.
«Беҙ бер тенденцияға иғтибар иттек: колледжда ремонт яһағандан һуң унда уҡырға инергә теләгән студенттар күбәйә. Хәҙер ремонт үткәрелгән колледждарға инеүе күңелле. Тағы ла бер мөһим бурыс – студенттарҙың остаздарына ярҙам итеү. Беҙҙең колледждарҙа 5 меңдән ашыу уҡытыусы һәм 500-гә яҡын производствоға өйрәтеү мастеры эшләй. 2022 йылдан иң яҡшы уҡытыусыларға һәм производствоға өйрәтеү мастерҙарына грант ярҙамы күрһәтелде. Өс йыл эсендә 50 белгес 690 мең һумлыҡ грант алды. Һәләтле студенттар өсөн стипендиялар күләме һәм һаны арттырылды», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Республикала Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса колледждарға 2000 кешегә күберәк ҡабул итәләр. Улар иһә оборона сәнәғәте предприятиелары өсөн эшсе кадрҙар. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 170 миллион һум бүленде.
«Профессионалитет» федераль программаһы Башҡортостан колледждарын үҫтереүгә ныҡ ярҙам итә. Ошо программа сиктәрендә республикаға 1,6 миллиард һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителде. Был проектта ҡатнашҡан 58 колледждың матди-техник базаһын яңыртырға, 14 белем биреү-производство кластерын булдырырға мөмкинлек бирҙе. Колледждарҙың һәм предприятиеларҙың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә быйыл бындай кластерҙар һаны 19-ға етергә тейеш. Әлеге күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк илдә беренсе урынды биләй.
«Бөгөн Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитетының күсмә кәңәшмәһендә ҡаралған тема бик мөһим, беҙ үҙ тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға һәм башҡа төбәктәрҙең иң яҡшы өлгөләрен үҙләштерергә әҙербеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.