Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ҡала мөхитенең сифат индексын сығарҙы. Был индексты белгестәр 36 параметр нигеҙендә 1116 ҡала өсөн иҫәпләгән – бында төҙөкләндереү, хәүефһеҙлек, йәмәғәт транспорты, юлдар, уңайлы мөхит һәм башҡа күрһәткестәр ингән. Һәр параметр өсөн ҡалаға билдәле бер һанда балл бирелә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡортостандың 21 ҡалаһы 181-ҙән ашыу балл йыйған һәм йәшәү өсөн уңайлы тип табылған.
Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәшәү өсөн уңайлы мөхитле ҡалалар һаны артыуы ҡыуаныслы. Әгәр 2018 йылда улар ни бары 6 булһа, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 17 булһа, хәҙер был рейтингҡа тәүге тапҡыр 21 ҡала инде. Алты йыл эсендә уңайлы ҡалалар һаны артыуы яҡшы күренеш.
Шул уҡ ваҡытта Өфө 251 балл йыйып, Санкт-Петербург һәм Мәскәү кеүек ҙур ҡалалар менән бер исемлектә, Рәсәйҙең иң яҡшы биш ҡалаһы иҫәбенә инде.
"Был маҡсатыбыҙға өлгәштек һәм эш туҡтаясаҡ тигәнде аңлатмай. Республика ҡалаларын һәм ауылдарын төҙөкләндереү йәһәтенән беҙ ысынлап та күп нәмәгә өлгәштек, һәр ҡалала һәм районда матур парктар, халыҡ өсөн яңы йәлеп итеү нөктәләре барлыҡҡа килде. Әммә әле лә байтаҡ эш башҡарырға кәрәк», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.