Йәмғиәт
7 Апрель 2025, 12:00

«Йәшел Башҡортостан» һәм “Хәтер “ акциялары

“Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә республика халҡы 7,7 мең эре ағас һәм 67 мең башҡа үҫенте ултырта. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова белдерҙе.

«Йәшел Башҡортостан» һәм “Хәтер “ акциялары«Йәшел Башҡортостан» һәм “Хәтер “ акциялары
«Йәшел Башҡортостан» һәм “Хәтер “ акциялары

18 апрелдән 18 майға тиклем Башҡортостанда «Хәтер Баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы үтә. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы йылында бөтә ил буйынса ошо ваҡиға иҫтәлегенә ағастар ултыртыласаҡ. Республикала акцияны үткәреү өсөн 85 участка билдәләнгән, бөтәһе 2 миллиондан кәм булмаған ағас ултыртыу планлаштырыла. Былтыр Башҡортостанда был күрһәткесте уҙып киттеләр, республика Рәсәй субъекттары араһында өсөнсө урын алды. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте.

2025 йыл юбилейлы булғанлыҡтан, ағастарҙы Геоглиф формаһында «Еңеү»һүҙе рәүешендә ултыртыу планлаштырыла. Кушнаренко, Илеш һәм Туймазы райондары биләмәләрендә тейешле участкалар һайлап алынған да инде. Акцияның төп сараһы 19 апрелгә билдәләнгән. Был көндө Ҡырмыҫҡалылағы патриотик парк биләмәһендә 400 ваҡ япраҡлы йүкә үҫентеһенән торған аллея һалыу планлаштырыла. «Патриот» паркында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан юбилей саралары сиктәрендә күргәҙмә экспозицияһы майҙанында ҡырым ҡарағайы үҫентеләрен ултыртыу планлаштырыла. Дөйөм алғанда, Башҡортостан урмансылары ағымдағы йылда 15,6 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урмандарҙы тергеҙергә ниәтләй, шул уҡ ваҡытта ҡырҡылған һәм тергеҙелгән майҙандар араһында 100 проценттан кәм булмаған балансты һаҡлап ҡалырға ниәтләй.

Фото "Осҡон" гәзите редакцияһы архивынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас