Йәмғиәт
9 Апрель 2025, 11:15

Хәүефле осор етә

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ...

Хәүефле осор етәХәүефле осор етә
Хәүефле осор етә

Боронғолар был афәт тураһында юҡҡа ҡына шулай тимәгән – уны туҡтатып, ауыҙлыҡлап алыуы үтә ҡыйын эш.  Быйыл янғын хәүефһеҙлеге осоро иртәрәк башланды: әгәр ҙә былтыр  ул 24 апрелдән иҫкәртелһә, быйыл  республика Хөкүмәте ултырышында ошо осорҙо 4 апрелдән тип  иғлан иттеләр. Тәбиғи мөхиттә һәм торлаҡ майҙанында, етештереү биналарында янғын осраҡтарына юл ҡуймаҫ өсөн республикала ниндәй саралар күрелә?

 

Былтыр тәбиғәт янғындары аҙыраҡ булды

2025 йылдың башынан Башҡортостанда 55 тәбиғәт янғыны сыҡҡан. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә Благовар, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында дүрт ҡоро үлән яныу осрағы булған.

– Һауа температураһының күтәрелеүен, сиктәш биләмәләрҙә ҡоро үләндең яныуын иҫәпкә алып, 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгелен асабыҙ, шулай уҡ 1 майҙан республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ, — тип белдерҙе республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.

Министр  Гидрометеорология буйынса федераль хеҙмәт һәм Авиация урман һағының яҡынса фараздарына нигеҙләнеп әйтеүенсә, республиканың айырым райондарында майҙан алып сентябргә тиклем юғары класлы янғын хәүефе фаразлана. Шуға күрә төп бурысыбыҙ — төрлө хәлдәргә әҙер булыу. Республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2025 йылға урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы раҫланды, ул 11,5 мең кешене һәм 3,3 мең берәмек техниканы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һүҙҙәренсә, ландшафт янғындарын һүндереү өсөн 7,5 меңдән күберәк кеше һәм 1 меңдән ашыу берәмек техника әҙер.

– Республика янғынға ҡаршы хеҙмәтенең беҙҙең ведомство ҡарамағындағы учреждениеһы нигеҙендә йыл һайын оператив штаб ойошторола, уның бурысы — янғындарҙы һүндергәндә өҫтәмә техника, янғын һүндереү ҡорамалдары һәм ирекмәндәр менән тәьмин итеүҙе координациялау. Ошо эш барышында 55 муниципалитет ландшафт янғындарын һүндереүгә махсус техника йәлеп итеү тураһында килешеү төҙөнө. Бынан тыш, Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, уҙған миҙгелдәрҙә ул үҙенең һөҙөмтәле булыуын раҫланы, — тине Кирилл Первов.

 

Урмандарға инһәң, шырпыһыҙ ин

Тирә-яҡ өсөн иң ҙур хәүеф тыуҙырғаны  урман янғындары. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралаығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, улар йәшен йәки башҡа сәбәп буйынса тәбиғи рәүештә лә тоҡанып китергә мөмкин. Былтыр республикала 266 тәбиғи янғын сыҡҡан, ул бөтәһе 211,5 гектар майҙанды ялмаған.  Янғын хәүефе осоро башланғас та 16 урман янғыны сығанағы барлыҡҡа килгән, был алдағы йыл менән  сағыштырғанда байтаҡҡа аҙыраҡ – 2023 йылда 165 урман янғыны теркәлгәйне.

 

Алдан иҫкәртеү бәләнән ҡотҡарыр

Күгәрсен, Мәләүез, Учалы, Федоровка, Краснокама, Бөрө, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы, Балаҡатай, Шишмә, Благовар райондары, Салауат, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары биләмәләрендә йыл башынан 679,4 гектар майҙанда 55 ҡоро үлән яныу осрағы теркәлгән,  Ғафури, Баймаҡ райондарында, Күмертауҙа – ике, Әлшәй, Өфө райондарында, Сибай, Ағиҙел һәм Дәүләкән ҡалаларында – өс, Ишембай районында – дүрт, Хәйбулла районында – алты, Әбйәлил районы биләмәһендә ун янғын сыҡҡан. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, янғындар һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ.  

Автор:
Читайте нас