Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында «Управдом»республика форумы башланды. Унда күп фатирлы йорттар советы рәйестәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре, власть органдары, идара итеүсе компаниялар, бизнес вәкилдәре, йәмәғәтселәр ҡатнаша.
Форумда күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙең перспективалы тәжрибәләре, капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыу, коммуналь ресурстарҙы рациональ ҡулланыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, форум майҙансығында 12.00 сәғәткә тиклем консультация үҙәге эшләйәсәк. Бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, дәүләт торлаҡ күҙәтеүе, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар вәкилдәре граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Әлиә Мусина фотоһы.