

Башҡортостанда ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 45 ғаиләгә Рәсәйҙең дәүләт наградалары тапшырылды. Шулар иҫәбендә Лоҡмановтар ҙа бар.
Благовар районында йәшәгән ғаилә башлығы Илшат Илдар улы крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Регина Римовна – тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы. Дүрт улдары бар. Асҡар, Ислам, Аслан һәм Илһам спорт менән мауыға, ижади, фәнни конкурстарҙа уңыштарға өлгәшә, яҡшы уҡырға һәм ата-әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә.
Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе дәртләндереү "Демография" милли проектына ярашлы алып барыла.