

Башҡортостан менән Үзбәкстан берлектәге «Бекабад» технопаркын булдырырға планлаштыра. Тейешле килешеүгә Үзбәкстанда «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында ҡул ҡуйылған.
Документҡа ярашлы, берлектәге технопарк булдырыуҙа яҡтар Рәсәй һәм Үзбәкстан инвесторҙарын йәлеп итергә йыйына. Бының өсөн Башҡортостан һәм Үзбәкстан резиденттарға ярҙам саралары исемлеген әҙерләй.