Йәмғиәт
7 Мая 2025, 04:55

Өфөнөң яңы урамы яҡташыбыҙ Рамаҙан Өмөтбаев исемен йөрөтәсәк

Күренекле яҙыусы, райондашыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелде.

Өфөнөң яңы урамы яҡташыбыҙ Рамаҙан Өмөтбаев исемен йөрөтәсәкӨфөнөң яңы урамы яҡташыбыҙ Рамаҙан Өмөтбаев исемен йөрөтәсәк
Өфөнөң яңы урамы яҡташыбыҙ Рамаҙан Өмөтбаев исемен йөрөтәсәк

Өфө ҡала советы депутаттары Ленин районындағы яңы урамға күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм публицист Рамаҙан Өмөтбаевтың исемен бирҙе. 

Яңы урам «Затон-Көнсығыш» торлаҡ районында урынлашҡан һәм Шмидт, Әхмәтов урамдары, «Өфө-Затон» автомобиль юлы, Ағиҙел йылғаһы менән сикләнгән. Уның оҙонлоғо 0,7 километр тәшкил итә.

Рамаҙан Өмөтбаев 1924 йылдың 7 апрелендә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы яугире.

Һуғыштан һуң Рамазан Өмөтбаев үҙенең ғүмерен дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә, шулай уҡ яҙыусылыҡ эшенә һәм публицистикаға бағышлай. Рамаҙан Ғимран улы – «Һылыубикә әбей» хикәйәләр йыйынтығы, «Генерал Кусимов» китабы, «Ысыҡтан эйелә ҡылған» романы һәм башҡа әҫәрҙәр авторы. Ул төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

Рамаҙан Өмөтбаевтың эшмәкәрлеге дәүләт кимәлендә юғары баһалана – ул орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 1994 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Рамаҙан Өмөтбаев – Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияның беренсе лауреаты.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас