

Республикала төҙөлөш тотороҡло үҫешә. Тармаҡтың төп бурысы — халыҡ өсөн уңайлы һәм заманса мөхит булдырыу. Яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөһим йүнәлеш, бигерәк тә «Тормош өсөн инфраструктура»проекты әһәмиәтле. Ул «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» кеүек элекке программаларҙың элементтарын берләштерә.
Проект торлаҡ фондын яңыртыу кимәлен арттырыуҙы күҙ уңында тота-2030 йылға был күрһәткес 26 процентҡа етәсәк, был Рәсәйҙең уртаса 20 процент кимәленән күпкә юғарыраҡ. Торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә уртаса 35 квадрат метрға тиклем артасаҡ, был шулай уҡ федераль норма - 33 квадрат метрҙан күберәк. Проекттың төп йүнәлеше — торлаҡ төҙөү. Бынан тыш, йәмәғәт биләмәләре, социаль инфраструктура булдырыласаҡ.
2030 йылға тиклем 21 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Бер үк ваҡытта 220 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡтан 15 мең самаһы кеше яңы уңайлы фатирҙарға күсәсәк.
Республиканың төҙөлөш тармағы алдында киләһе алты йылға ҙур, әммә үтәлергә тейешле бурыстар тора. Әлеге ваҡытта авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һәм биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Муниципаль берәмектәр төҙөлөш ҡеүәтен әлеге 7 миллиондан 10 миллион квадрат метрға тиклем арттырыуҙы планлаштырылған.