Йәмғиәт
7 Май 2025, 04:45

Тәрбиәселәргә гранттар арттырылды

Гранттың суммаһы – 575 мең һум.

Тәрбиәселәргә гранттар арттырылдыТәрбиәселәргә гранттар арттырылды
Тәрбиәселәргә гранттар арттырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар һанын арттырҙы. «Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырыусы мәғариф ойошмаларында эшләгән йәш уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары тураһында» указға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, йыл да тапшырылған гранттар һаны 50-нән 75-кә тиклем арттырылды. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн гранттар 2023 йылда Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса булдырылды. Бер гранттың суммаһы – 575 мең һум.

 

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-05-06/glava-bashkirii-uvelichil-kolichestvo-grantov-dlya-vospitateley-detskih-sadov-4224355

Автор:
Читайте нас