Йәмғиәт
16 Май 2025, 06:50

“Осҡон” – еңеүселәр иҫәбендә

Башҡортостанда “Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” проекты тормошҡа ашырыла.

“Осҡон” – еңеүселәр иҫәбендә“Осҡон” – еңеүселәр иҫәбендә
“Осҡон” – еңеүселәр иҫәбендә

Өфөлә «Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт»республика проектына йомғаҡ яһалды. Йыл дауамында «Жжурналистика оҫтаханаһы» эксперттары республика райондарына барҙы, уҡытыу семинарҙары үткәрә һәм редакцияларға үҙҙәренең баҫмаларын яҡшыртырға ярҙам итте.

 Республика Башлығы грантына ойошторолған проектта бөтә район киң мәғлүмәт саралары журналистары — баш мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, фотохәбәрселәр,  белгестәр ҡатнашты. Улар өсөн ете район-ара үҙәктә медиаиндустрияның иң яҡшы белгестәре ҡатнашлығында 7 семинар ойошторолдо. Район журналистары менән билдәле эксперттар: контент белгестәре һәм медиатренерҙар Станислав Шахов, Зөһрә Сәйетҡолова, Әлфиә Байбурина, Дарья Касьянова һәм башҡалар эшләне.

Сараның һуңғы этабында район киң мәғлүмәт саралары араһында конкурс ойошторҙо. Йыл дауамында журналистарҙы уҡытҡан эксперттар конкурс эштәрен анализланы, редакцияларҙың был белемде ғәмәлдә нисек файҙаланыуын баһаланы  һәм еңеүселәрҙе билдәләне.

Кисә, 15 майҙа, «Башинформ» конференц-холында проекттың йомғаҡлау сараһы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү үтте.

Беҙҙең район гәзиттәренең дә еңеүселәр араһында билдәләнеүе ҡыуаныслы.

«Осҡон» гәзите «Иң яҡшы сайттар» номинацияһында еңеүсе булды. «Абзелил» гәзите иһә «Иң яҡшы социаль селтәрҙәр» номинацияһында билдәләнде.

Бүләкләү тантанаһында. “Осҡон”дарға бүләккә – фотоаппарат, “Абзелил”дарға смартфон тапшырылды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас