Йәмғиәт
21 Май 2025, 05:25

Путин Башҡортостан табибын бүләкләне

Махсус хәрби операцияла ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн тырыша

Путин Башҡортостан табибын бүләкләнеПутин Башҡортостан табибын бүләкләне
Путин Башҡортостан табибын бүләкләне

Башҡортостандан хәрби хирург Рөстәм Минһажев II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалына лайыҡ булды. Был турала указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Был МХО зонаһында яралыларҙы дауалаған өсөн юғары награда. Полктың медпункт начальнигы булараҡ, ул 500-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙе һәм тыныс халыҡты ҡотҡара. Өҙлөкһөҙ ут аҫтында Рөстәм Минһажев яралы яугирҙәргә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә, һуғыш яланында яралыларҙы йыйыу һәм йәшереү урындарын ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша. Рөстәм ракета-артиллерия уты аҫтында яралыларға медицина ярҙамы күрһәтә.

2022 йылда 13-сө дәүләт клиникаһы хирургы булараҡ Рөстәм Минһажев табиптар бригадаһы  менән ДНР-ға бара һәм унда күрһәткән профессионализмы һәм батырлығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһына лайыҡ була. Шул уҡ йылдың көҙөндә ул өлөшләтә мобилизация буйынса махсус операцияға китә.

Тыныс тормошта яратҡан хеҙмәтенә ҡайтырға хыяллана — быға тиклем эшләгән дауаханаһында лапароскопия хирургияһын үҫтерергә ниәте ҙур.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас