Йәмғиәт
30 Май 2025, 06:05

Илле әсәгә – «Әсәлек даны» миҙалы

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда тағы күп балалы 50 ҡатынға «Әсәлек даны» миҙалы менән наградлау тураһыцндағы Указға ҡул ҡуйҙы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Илле әсәгә – «Әсәлек даны» миҙалыИлле әсәгә – «Әсәлек даны» миҙалы
Илле әсәгә – «Әсәлек даны» миҙалы

Бүләкләнеүселәр араһында — Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары, шулай уҡ Күмертау һәм Өфө ҡалалары вәкилдәре бар.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 59 мең ишле ғаилә иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса республика — Волга буйы федераль округында беренсе. Күп балалы ғаиләләр хаҡында даими хәстәрлек күреү “Демография” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас