Йәмғиәт
30 Май 2025, 05:45

В. Путин күп балалы ғаиләләр менән осрашты

Ил Башлығы «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән ғаиләләр һәм «Герой-Әсә»маҡтаулы исеменә лайыҡ булған әсәләр менән осрашты. #ВладимирПутин

В. Путин күп балалы ғаиләләр тменән осраштыВ. Путин күп балалы ғаиләләр тменән осрашты
В. Путин күп балалы ғаиләләр тменән осрашты

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Владимир Путин видеоконференция режимында «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән ғаиләләр, «Герой-Әсә» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған әсәләр һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән осрашты. Сарала шулай уҡ Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм президент ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова ҡатнашты.

«Ата-әсәлек даны» ордены менән ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән йәки тәрбиәләгән ата-әсәләр (уллыҡҡа алыусылар) бүләкләнә. «Ата-әсәлек даны» ордены 2008 йылда Президент Указы менән булдырыла.

“Герой-Әсә» исеме ун һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә бирелә. Шулай уҡ әсәләргә Герой-Әсә ордены тапшырыла. Был юғары орден һәм исем 2022 йылда Президент Указы менән булдырылған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас