Йәмғиәт
1 Июль 2025, 10:45

Салауат Юлаев һәйкәле яңыртыла

2024 йылдың 14 октябрендә «Башкультнаследие» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау идаралығы эштәр башҡарыуға документацияға дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса Салауат Юлаев  һәйкәле авария хәлендә һәм ентекле реставрацияға мохтаж тип табылды.  Салауаттың скульптураһының үҙен генә түгел, ә һәйкәл торған пьедесталды һәм хатта йыл һайын йылға яғына шыуа барған ҡурғанды ла нығытыу талап ителеүе билдәләнде. Ошо сәбәпле Өфөлә һәйкәлде реставрациялау буйынса эштәр башланды.

Салауат Юлаев һәйкәле яңыртылаСалауат Юлаев һәйкәле яңыртыла
Салауат Юлаев һәйкәле яңыртыла

Ҡала халҡының хәүефһеҙлеге өсөн һәйкәл янындағы майҙан уратып алынасаҡ. “Әле әҙерлек эштәре бара: тирә-яҡ уратып алына, һәйкәлгә юл һалына, төҙөлөш ҡаласығы урынлаштырыла. Артабан проект аҙағынаса эшләнеп, Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан раҫланасаҡ. Беҙҙең бөтә эшмәкәрлек киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылып барасаҡ”,  - ти Художество академияһы фондының подряд ойошмаһы вәкиле Ян Вәлишин.

 Ҡойма менән уратып алыу эштәрен “Альбит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара – бетон плитәләр, тимер рәшәткәләр ҡуялар.

–Бөтә биләмә профнастил менән уратып алынасаҡ,- ти “Альбит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мастеры Игорь Федоров.

Һәйкәлде реконструкциялауҙың икенсе этабы яҡынса 2025 йылдың сентябрь - октябрь айҙарында башланып, 2027 йылдың апрелендә тамамланырға тейеш. Артабан иһә өсөнсө этап - һәйкәл биләмәһен төҙөкләндереү тора.Шунлыҡтан һәйкәлде тантаналы асыу 2027 йылдың октябрендә көтөлә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас