

Түләүҙәр күләме 16,6 процентҡа арта. Шулай итеп, 3 йәшкә тиклемге баланы ҡараған өсөн опекундарға йәки попечителдәргә айына – 10 855 һум, 3 йәштән өлкәндәргә — 10 439 һум түләнәсәк.
Инвалид баланы йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән өс йәшкә тиклемге баланы ҡарауға бүленгән аҡсаның күләме айына – 13 027 һум, өс йәштән өлкәндәргә иһә 12 526 һум.
Бюджетта быйылға 87 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Арттырылған пособие 1 июндән иҫәпләнә башлай.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһынан 9 681 бала иҫәпләнә. Уларҙың 94% тиерлек ғаиләләргә тәрбиәгә тапшырылған.