Йәмғиәт
10 Июль 2025, 12:25

Экология министрлығында – Йәштәр советы

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Йәштәр советы “Экологик именлек” милли ярашлы ойошторолған #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Экология министрлығында – Йәштәр советыЭкология министрлығында – Йәштәр советы
Экология министрлығында – Йәштәр советы

Һайлап алыу әңгәмәһе барышында 18-35 йәшлек 17 әүҙем, маҡсатлы егет-ҡыҙ экология һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге өлкәһендә үҙ проекттарын һәм идеяларын тәҡдим иткән. Бөтәһе  иң перспективалы 12 кандидат һайлап алынған. Йәштәр советының яңы составы Башҡортостанда имен экологик мөхит булдырыу һәм тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тейеш.

– Республикабыҙҙа экологик хәлде яҡшыртыуға өлөш индерергә әҙер торған аңлы һәм фекерле йәштәр үҫеүен күреү бик ҡыуаныслы. Яңы команда мөһим проекттарҙы тормошҡа ашыра алыр, тип ышанам, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итеүгә йүнәлтелә. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташланған зарарлы ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас