Йәмғиәт
25 Июль 2025, 04:55

Йәшеллеккә күмелһен тирә-яғыбыҙ

Тирә-яғыбыҙ йәшеллеккә күмелһен сөсөн Башҡортостанда урмандарҙы агротехник тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәшеллеккә күмелһен тирә-яғыбыҙЙәшеллеккә күмелһен тирә-яғыбыҙ
Йәшеллеккә күмелһен тирә-яғыбыҙ

Экологик именлек” милли проктына ярашлы Башҡортостан урмансылары 12,5 мең гектарҙан ашыу майҙанды эшкәрткән, йәш ағастарҙы тәрбиәләү сараларын күргән. Эш күләме буйынса был тәңгәлдә Әбйәлил, Баймаҡ, Балаҡатай, Инйәр һәм Салауат урман хужалыҡтары алдынғылар иҫәбендә.

Тупраҡты йомшартыу һәм сүп үләндәрен йолҡоу төп эштәр рәтендә. Урманды ултыртыу ғына түгел, уны хәстәрләү ҙә - мөһим сараларҙың береһе. Агротехник тәрбиә – сәләмәт урман үҫеүенә гарантия.

Агротехник тәрбиә ҡул менән дә, заманса техника ҡулланып та башҡарыла. Һуңғы алты йыл эсендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, 300 берәмектән ашыу төрлө урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары алынған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас