Йәмғиәт
31 Июль 2025, 09:55

"Доғаларың мине һаҡлай, әсәй..."

Улдары махсус хәрби операцияла Ватан мәнфәғәтен һаҡлаған ата-әсәләр ғәзиздәре өсөн ут йотоп йәшәргә мәжбүр. Тап шуның өсөн беҙ уларҙы иғтибар менән солғап алырға, ярҙам итергә, йылы һүҙ менән күңелдәрен күтәрергә тейешбеҙ.

Ҡушый ауылында ҡыйыу улдар үҫтереп, уларҙы махсус хәрби операцияға оҙатҡан ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе — Ҡушый ауылының абруйлы, эшһөйәр ғаиләһе Йәмилә һәм Тимерйән Килдейәровтар.
Салауат ауылы һылыуы менән Ҡушый егетен бейеүгә һөйөү таныштыра: улар икеһе лә райондың һәләтле йәштәрен берләштергән һәм әллә күпме парға фатиха биргән «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Бер-береһенә оҡшап ҡына торған, икеһе лә ут кеүек дәртле пар ғаилә ҡора һәм 1975 йылда Йәмилә Ҡушый ауылына килен булып төшә. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, Михайловка фермаһында лаборант булып эшләгән Йәмилә Ғәлиәкбәр ҡыҙын урындағы колхоздың ул ваҡыттағы етәксеһе Таһир Ғабдуллин ҡуш ҡуллап эшкә ала. Сос, яуаплы ҡыҙҙы бер аҙ һынағас, ферма мөдире итеп тәғәйенләй. Ун йылға яҡын еңел булмаған вазифала эшләй. Тормош иптәше малсы була, уның башмаҡтары һәр ваҡыт юғары артым бирә. Эш тип янған Килдейәровтарҙың ғаилә тормошо ла уң бара, бер-бер артлы балалары ишәйә. Йәмилә апай ун йылға яҡын әсәһен, ҡайны-ҡәйнәһен ҡарап, уларҙың ризалығын алып, ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙата. Ансамблдә бейегән иренә лә ҡаршы төшмәй, ҙур хужалыҡты, балаларҙы үҙ өҫтөнә ала, Тимерйән Фазылйән улы сит илдәрҙә гастролдәрҙә сығыш яһай. Биш бала менән 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡһа ла, Йәмилә Ғәлиәкбәр ҡыҙы өйҙә ултырып сыҙамай, Ҡушый ауылының фермерҙарында бейә һауа. Йәштән сәхнә тормошон үҙ иткәнгәлер, һаман ауыл тормошо уртаһында ҡайнап, клубтағы бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Илдә мобилизация башланып, яуҙағы ир-егеттәргә гуманитар ярҙам йыйыу тураһында ишеткәс тә, ғаилә бындай мөһим эштән ситтә ҡалмай. Изге ғәмәлгә күршеләре лә ҡушыла, әммә уларҙың күбеһе эшләгәс, хаҡлы ялдағы Йәмилә апай аҡса һәм әйберҙәр йыйыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Өлкән ҡыҙы Нурия ла аҡса  бирә, кәрәк-яраҡ һатып ала, йыйылған әйберҙәрҙе штабҡа алып бара. Изге күңелле Килдейәровтарға әүҙемлектәре һәм ирекмәнлек ярҙамы өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшыра.
Шундай хәстәрҙәр менән көнгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡан Килдейәровтарға 2023 йылда улы Мирйәнде махсус хәрби операцияға оҙатырға тура килә. 
— Әсәй, минең өсөн ҡайғырма, һин һау булһаң, мин иҫән булырмын. Һинең доғаларың һаҡлауын беләм.  Хатта иптәштәрем миңә: «Һин күлмәктә тыуғанһыңдыр ул» тип аптырай. Мин илде һаҡларға киткәс, илем нимә ҡуша — шуны үтәйем. Маңлайға яҙылғанды күрәбеҙ, тик һин борсолма, — тип йыуата ҡәҙерле кешеһен улы.
Шул арауыҡта бер генә тапҡыр ғына отпускыла булған. Яраланып, Севастополдә дауаланғандан һуң тыуған өйөнә өс көнгә ҡайтырға форсат тапҡан. 
Йәмилә апай күптән намаҙҙа, бөтә уй-теләге — тиҙерәк һуғыш бөтөп, тыныслыҡ урынлашыуы, уландарҙың иҫән-имен ғаиләләренә ҡайтыуы.
 — Йома һайын мәсеттә доғалар бағышлап, хәйер таратам, балаларым ғына түгел, бөтәһенең дә иҫәнлеген һорайым. Үҙемдең атайым да, олатайым да һуғыштан ҡайтып, яраларынан мандый алмай үлде. Шуға балалар атайһыҙ ҡалмаһын тип теләйем. «Атайлы бала — арҡалы» тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ғаилә ҡорорға өлгөрмәгән йәп-йәш егеттәрҙең һәләк булыуы аяныс, — ти Йәмилә Ғәлиәкбәр ҡыҙы. 
Бөтә хәстәр-мәшәҡәттәре яу эсендә йөрөгән улына бәйле. Яңыраҡ уға иретеп йәбештереү аппараты алып ебәргәндәр, улдары танкыларҙы үҙе ремонтлай. Яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыя, күстәнәстәр оҙата.
Яҙмыш аҙ һынамаған Йәмилә апайҙы, үҙенең ныҡлығы, сабырлығы менән ауырлыҡтарҙы еңә алған көслө рухлы ҡатын менән һоҡланырлыҡ. Балалары төрлө тарафтарға таралһа ла, ата-әсә йортона ҡайтып ярҙамлашалар. Нурия Ҡушыйҙа төпләнгән, Асия Яңы Һамар ауылында, Ләлә Сургут ҡалаһында йәшәй. Сәлим вахта ысулы менән Себерҙә эшләй. Ейән-ейәнсәрҙәре лә олатай-өләсәйҙең ҡотло йортонда йыш ҡунаҡ.
— Шөкөр, балаларым кешелекле, ярҙамсылдар. Бәхетле генә йәшәһендәр, иң мөһиме, барыһы ла иҫән-һау булһын, — ти биш бала әсәһе. 
Ә Килдейәровтарҙың баҡсаһын күрһәгеҙ, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған ололар йәшәй икән тип уйламаҫһығыҙ. Ҙур баҡсала бер сүп үләне юҡ, ә түтәлдәрҙә нимә генә үҫмәй: ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙән борос-кәбеҫтәгә тиклем. Помидор-ҡыярҙар уңған, сейәләр тулышып бешкән. Ап-аҡ сәскәгә күмелгән картуф баҡсаһының иһә осо-ҡырыйы юҡ.
— Бына ошо инде беҙҙең көндәлек эш, — ти улар. — Балалар үҙебеҙ тиһәләр ҙә, нисек өйҙә сыҙап ултырмаҡ кәрәк? Һаулыҡ ҡаҡшағас, малды бөтөрҙөк былай ҙа. Хәҙер баҡса менән булабыҙ.
Сентябрь айында Ҡушый ауылының өлгөлө һәм татыу ғаиләһе Килдейә-ровтар үҙҙәренең алтын туйын билдәләйәсәк. Йәмилә Ғәлиәкбәр ҡыҙы менән Тимерйән Фазылйән улына һаулыҡ-именлек теләйбеҙ, артабан да шулай шәплектә гөрләтеп йәшәргә яҙһын. Шуны ла әйтеп үтәйек, Килдейәровтар ғаиләһенә «Салауат» ЯСЙ-һы МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә киләһе ярты йыллыҡҡа «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас