

Рәсәй Президенты Владимир Путин административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ҡағылышлы федераль законға үҙгәрештәр индерҙе. Ул балаларын ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгән ата-әсәләргә штраф һалыуҙы күҙ уңында тота. Штрафтар бер нисә тапҡырға арта. Әгәр элек штраф 100 һумдан 500 һумға тиклем булһа, хәҙер ул 500 һумдан 2 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.
Тейешле документ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Әйткәндәй, ошо уҡ санкция балалары мототехникала тотолған ата-әсәләргә лә ҡағыла. 2000 һум штраф түләргә тура килеү бәлки, ҡурҡытыр.