Йәмғиәт
6 Август 2025, 10:50

Республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Башлығы Гранттарының икенсе конкурсына 346 ғариза тапшырылған, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 30 социаль әһәмиәтле проекты еңеүсе булған. 

Республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалдыРеспублика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды
Республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды

«Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү», «Граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам күрһәтеү һәм яҡлау», «Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физкультураны һәм спортты пропагандалау», «Тарихи хәтерҙе һаҡлау», «Фән һәм мәғариф», «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу, йәнлектәрҙе яҡлау» конкурстың популяр йүнәлештәре булып тора.

Еңеүселәрҙең күбеһе Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Нефтекаманан, Баймаҡ, Белорет һәм Иглин райондарынан. Мәҫәлән, грант ярҙамы менән «Башҡортостан каникулдары» телепроекты 4-се миҙгелгә оҙайтыла, баш ҡалала яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам итеү өсөн «МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә көсө» башланғысы һәм башҡа саралар тормошҡа ашырыла.

«Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл еңеүселәрҙең 30% — тәүге тапҡыр ярҙам алған ойошмалар. Беҙҙә яңы идеялар һәм проекттар күп, был, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш булып тора. Еңеү яулаған проекттар көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур йоғонто яһар тип ышанабыҙ», — тип билдәләне фондтың генераль директоры Люциә Сәйфуллина.

Еңеүсе проекттар 2025 йылдың 1 октябренән һуң ғәмәлгә ашырыла башлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-05/v-bashkirii-podveli-itogi-ocherednogo-konkursa-grantov-glavy-respubliki-4338874

 

Автор:
Читайте нас