Йәмғиәт
13 Август 2025, 11:05

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса

Мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре яңы алымдар ҡуллана.    

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса

Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәктең компетенциялар үҙәге Башҡортостандың 10 әйҙәүсе мәҙәниәт учреждениеларын һаҡсыл производство алымдарына уҡытты. Саралар “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге" федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Был турала Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәге хәбәр итә.

Мәҙәниәт учреждениеларына оптимизация практикаларын индереү буйынса Башҡортостан пилот төбәктәр рәтендә. Барлығы федераль программала Рәсәйҙең 201 мәҙәниәт учреждениеһы ҡатнаша. Уларға әҙер ҡулайлаштырыу алымдарын индерәләр.

-Уҡыуҙа 6 китапхана һәм 4 мәҙәни-ял итеү учреждениһы ҡатнаша. Улар иң яҡшы ойошмалар һәм улар үҙгәрештәрҙең драйверы буласаҡ, - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Рәғиҙә Нафиҡова.

Уҡыуҙы төбәктең компетенциялар үҙәге уҙғарҙы. Өлкән тренер Альбер Кәлимуллин әйтеүенсә, барлыҡ тармаҡтар өсөн республикала һаҡсыл фекерләүҙең берҙәм экосистемаһы булдырыла.

-Төбәктең компетенциялар үҙәге менән хеҙмәттәшлекте медицина ойошмаларына һаҡсыл производство технологияларын индереүҙән башланыҡ. Хәҙер мәҙәниәт учреждениелары. Сәнәғәттә проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе социаль тармаҡ өсөн ҡарарҙар ҡабул итергә булышлыҡ итә, - ти Альберт Кәлимуллин.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-08-13/a-syl-tehnologiyalar-a-yr-ndel-r-4347864

Автор:
Читайте нас