

Бөгөн "Ирәндек" балалар ял лагерында һөйөнөслө ваҡиға - заманса спорт майҙансығы асылды. Яңы объектты "Салауат" ЯСЙ-һы район балалары спортҡа ылығып үҫһен, уңайлы шарттарҙа шөғөлләнһен тигән маҡсатта төҙөнө. Ике ай эсендә бында спортсылар өсөн шәп урын барлыҡҡа килде.
Хозур тәбиғәт мөйөшөндә ял итеүсе балалар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Заманса спорт майҙансығы бөтә хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп эшләнгән. Йомшаҡ япмалы баскетбол һәм футбол майҙансығы, ваҡ ҡом түшәлгән пляж волейболы өсөн майҙансыҡ, спорт инвентарҙары ҡуйылған зонала ГТО буйынса нормативтарҙы тапшырыу майҙансығы, йүгереү өсөн юлдар, көйәрмәндәр өсөн трибуналар бар.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, "Салауат" ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев, "Ирәндек" лагеры директоры Ирек Хәсәнов сығыш яһаны. Улар барыһы ла йәш быуындың сәләмәт, әүҙем булып үҫеүен теләне.
Тантананан һуң тәүге район ярыштарына старт бирелде. Футболсылар тип-тигеҙ япмала туп типте, ҡыҙҙар командалары пляж волейболында таһыллыҡ күрһәтте. Спортсылар шәп майҙансыҡ асылыуына ҡыуаныстарын белдереп, киләсәктә район, республика күләмендәге ярыштарҙың бында ойоштороласағына ышаныс белдерҙе.