Йәмғиәт
29 Август 2025, 12:17

"Ҡорот-FEST": традицияларҙы тергеҙеү

Республикала башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә.

"Ҡорот-FEST": традицияларҙы тергеҙеү"Ҡорот-FEST": традицияларҙы тергеҙеү
"Ҡорот-FEST": традицияларҙы тергеҙеү

Бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районы иң ҙур ҡорот йомғағын әүәләп, ил рекордын ҡуйғайны. 442,6 кг ауырлыҡтағы ҡоротто Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперттары теркәгәйне. Шуға ла бөгөн хаҡлы рәүештә хәйбуллалар үҙ ҡорото менән дан тота тиергә була, ошо айҡанлы йыл да «Ҡорот-FEST» төбәк-ара этнофестивале уҙғарыла.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Мин һуңғы ваҡыт халыҡ кәсептәрен, милли йолаларҙы тергеҙеүҙе күрәм. Һәр районда тиерлек айырым оҫтаханалар барлыҡҡа килә. Иң мөһиме, уларға ихтыяж арта, халыҡ көндән-көн нығыраҡ ҡыҙыҡһына, ниндәйҙер шөғөлгә эйә булырға тырыша.

Байрамға Урал аръяғы райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән ҡатнашыусылар килде. Этнофестиваль аралашыу, тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлашыу, тармаҡтың көнүҙәк проблемаларын тикшереү, эшлекле бәйләнештәр булдырыу урыны булып торҙо. Байрам ҡунаҡтары өсөн иһә заманса етештереү технологиялары менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, шулай уҡ фестивалдең иң тәмле ризығын һайлау мөмкинлеге лә булды.

Айгөл Ишбулатова, Рауил мәҙәни-ял үҙәге етәксеһе:
— Байрамды ойоштороу беҙгә бик оҡшаны. Матур итеп ҡаршы алдылар, палаткалар бирҙеләр, махсус хәрби операцияла һәләк булғандар өсөн салынған ҡорбан ашынан да ауыҙ иттек. Театрлаштырылған тамаша, ҡорот эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, яҡшы концерт ҡараныҡ. Барыһы ла юғары кимәлдә булды, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, байрамдан тик яҡшы тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.

Быйылғы этнофестивалдә Әбйәлил данын Рауил ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яҡланы. Ғәлимә Сафиуллина, Альбина Боҫҡонова, Миңлегөл Вәлиева, Нуриҙә Ниғмәтуллина һәм Айгөл Ишбулатова әҙерлекте алдан уҡ башлаған. Байрамға тип махсус рәүештә Яңауыл ауылынан Илүзә Әсәҙуллина кейемдәр тектереп ала. Һәр саҡ ҡороттан өҙөлмәгән Ғәлимә Сафиуллина, Миңлегөл Вәлиева, Эльвира Кәримова ҡороттоң әсеһен, сөсөһөн әҙерләйҙәр, ә ҡалған ҡыҙҙар ҡороттарҙы ниндәй генә төргә әйләндермәйҙәр! Сәй өсөн ҡара ҡарағатлы, көртмәлеле, турғай еләкле, ер еләкле, алмалы, өрөклө, муйыллы, ҡара мышарлы, ағас еләкле, сейәле, ҡаймаҡлы ҡороттар әҙерләнә. Аш ҡоротона сөсөһө, әсеһе, ҡатыһы, укроплыһы һәм шыйыҡ ҡорот эшләйҙәр. Тағы ла уларҙың күргәҙмәһенә ойотмос, сейәле эркет һыуы, ябай эркет һыуы, айран ҡуйыла. Еңеүҙең 80 йыллығына арнап эшләнгән Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының флагтары төҫөндә эшләнгән композиция ла сағыу булған. Тырышып эшләнгән хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә шәп! Рауил биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре хәйбуллаларҙан саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урынды яулаған.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас