Йәмғиәт
29 Август 2025, 05:10

Яугир балалары транспортта бушлай йөрөй ала

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мәктәптәрҙә, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыған балалары өсөн бушлай юл йөрөү буйынса төбәк дәүләт хеҙмәте барлыҡҡа килде. Яңы уҡыу йылында уларҙың социаль транспорт картаһы буйынса айына 60 тапҡыр бушлай йөрөү мөмкинлеге бар. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Яугир балалары транспортта бушлай йөрөй алаЯугир балалары транспортта бушлай йөрөй ала
Яугир балалары транспортта бушлай йөрөй ала

  «Дәүләт хеҙмәттәре» төбәк порталы «Белем биреү учреждениеларында уҡыған махсус хәрби операцияларҙа (МХО) ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн уҡыу йылы дауамында бушлай йөрөү мөмкинлеген биреү» хеҙмәтен эшләй башланы. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, шулай уҡ яңы хеҙмәттәр булдырыу «Мәғлүмәттәр иҡтисады»  (национальный проект «Экономика данных»)  милли проектының нигееҙендә бойомға ашырыла.

Хеҙмәттән файҙаланыу өсөн “Мир” картаһы, “Алға” транспорт картаһы йәки мәктәп уҡыусыһы картаһы булырға тейеш. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн дөйөм белем биреү ойошмаларында 1 сентябрҙән 31 майға тиклем һәм урта махсус уҡыу йорттарында һәм юғары уҡыу йорттарында 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем бушлай йөрөү ҡаралған.

Льгота транспорт ойошмаһының күсмә составында (таксиҙан тыш) даими транспорттың ҡала һәм ҡала яны маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн ҡаралған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас