

Асҡар ауылында капиталь ремонттан һуң «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы ла үҙ ишектәрен асты. Район үҙәгенең тәүге баҡсаһы “Ғаиләгә ярҙам” төбәк проекты сиктәрендә яңыртылды. Бында ҡыйыҡ, иҙән-стена, түшәм ремонтланған, электр селтәре, канализация, һыу үткәргес, йылылыҡ системаһы, ишек һәм тәҙрәләр алмаштырылған, фасад яңыртылған, биләмәлә брусчатканан ҙур майҙансыҡ барлыҡҡа килгән, кескәйҙәр өсөн участкалар яңы уйын ҡорамалдары менән йыһазландырылған, ҡоймалар ҡуйылған.
— Беҙҙә 9 төркөм эшләй, бөтәһе 200-ҙән ашыу бала йөрөй, — ти оҙаҡ йылдар баҡса мөдире булып эшләгән Айгөл Заһитова. — Баҡсала тулыһынса йыһаздар яңыртылды, бәләкәстәр менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле әйберҙәр алынды. “Ҡайынҡай”ҙы заманса зауыҡлы балалар баҡсаһына әйләндергән социаль проект өсөн рәхмәт!