

Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһының XV съезында йыл һайын үткән «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Ташбулат ауыл биләмәһе «Идара итеү һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу» номинацияһында өсөнсө урын яуланы.
Республика кимәлендәге ҙур еңеү ауыл хакимиәте командаһының үҙ биләмәһен комплекслы үҫтереү буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға яуаплы ҡарауын күрһәтә.
Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Динис Таһировҡа һәм ул етәкләгән коллективҡа киләсәктә лә иң ҡыйыу проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ!