Йәмғиәт
12 Сентябрь 2025, 01:35

Эш эҙләһәң...

45 кеше Башҡортостанда «Кадрҙар» милли проектының «Мобильлек 2.0» программаһы ярҙамында яңы эшкә урынлашҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Эш эҙләһәң...Эш эҙләһәң...
Эш эҙләһәң...

Программа предприятиеларға үҙҙәре өсөн яҡшыраҡ эш шарттары һайлаған һәм күсенергә әҙер булған хеҙмәткәрҙәргә лә финанс ярҙамы күрһәтә. Унда иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡары ойошмалары ҡатнаша. Башҡа төбәктән (муниципалитеттан) килгән һәм эшкә урынлашҡан һәм күпмелер ваҡыт эшләгән һәр хеҙмәткәр өсөн эш биреүсе субсидия ала, тип яҙып сыҡты үҙенең Телеграм-каналында Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Хеҙмәткәр өсөн төп шарт — илдең башҡа субъектынан, йәкики райондан, йә ҡаланан эшкә урынлашыу өсөн күсенеү, шул уҡ ваҡытта яңы эш урынының элекке пропискаһынан алыҫлығы кәмендә 50 километр булырға тейеш. Шулай уҡ, эш эҙләүсе йәки эшһеҙ сифатында теркәлеү иҫәбенән төшөрөлгәндән һуң бер айҙан да һуңға ҡалмай хеҙмәт килешеүе төҙөргә өлгөрөргә кәрәк.
Яңы хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь өс күләмен тәшкил итәсәк, ул шулай уҡ район коэффициентына арттырыласаҡ. Башҡортостанда был сумма - 33 599 һум. Субсидия өс айға бер тапкыр бер сумма менән түләнә. Йәғни күсенгәндән һуң 12 ай эшләгән хеҙмәткәр өсөн эш биреүсегә 403 мең һум биреләсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас