Йәмғиәт
19 Сентябрь 2025, 02:50

2026 йылда пенсия ике тапҡыр артасаҡ

2026 йылда пенсияның ҡасан артыуы билдәле булды: хаҡлы ялдағылар 1 февралдән һәм 1 апрелдән пенсияны арттырылған күләмдә аласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

2026 йылда пенсия ике тапҡыр артасаҡ2026 йылда пенсия ике тапҡыр артасаҡ
2026 йылда пенсия ике тапҡыр артасаҡ

Рәсәйҙең Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков һүҙҙәренсә, киләһе йылдан Рәсәйҙә пенсия ике этапта индексациялана: 1 февралдән пенсия инфляция кимәленә арттырыла, ә 1 апрелдән Рәсәйҙең Социаль фонды килеменә ҡарап билдәләнә.

С. Чирков билдәләүенсә, киләһе йылда пенсияны индексациялауға ҡағылышлы бер мөһим үҙгәреш бар. Ул пенсияны ике этапта индексациялауға күсеүгә ҡағыла. Беренсе индексация 1 февралдә башҡарыла (страховка пенсияһы). Ул уҙған йылдың инфляция кимәлендә формалаштырыла. Икенсе индексация страховка пенсияларына ғына ҡағыла һәм 1 апрелдән үткәрелә. Был көндә пенсия күләме Социаль фондтың килеменә бәйле . 

Халыҡтың йәшәү кимләен яҡшыртыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас