Йәмғиәт
19 Сентября 2025, 05:15

Афарин, Рәмилә!

Өфө вуз-ара кампусы резиденты студент стартаптарына ярҙам итеү өсөн биш миллион һум алды.  Кампустарҙы төҙөү һәм үҫтереү «Йәштәр һәм балалар» милли проекты маҡсаттарына ярашлы алып барыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Афарин, Рәмилә!Афарин, Рәмилә!
Афарин, Рәмилә!

Еңеүсе проекттар буйынса Башҡортостан дүрт лидер иҫәбенә инде. Еңеүсе проекттарҙың һәр икенсеһе технологик лидерлыҡ милли проекттарының бер өлкәһенә арналған.

– Республика студенттарының стартаптар конкурсында уңышлы ҡатнашыуы – төбәк етәкселегенең фән өлкәһендәге системалы эшенең, һәләтле йәштәргә ярҙам итеүенең тағы бер һөҙөмтәһе. Ә төбәктә вуз-ара кампус булдырыу университеттарҙы фән драйверҙары булараҡ үҫтереүгә генә түгел, тотош илдең технологик суверенитетына ла булышлыҡ итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Мостафина.

Аҡмулла университетының конкурста еңеү яулаған биш студенты сығарылыш квалификация эштәрен стартап форматында яҡларға ниәтләй. Эштәр тематикаһы киң биотехнологиялар, яңы материалдар һәм химик технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, креатив индустриялар өлкәһенә ҡағыла.

– Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы педагогия вуздары араһында хуплау тапҡан проекттар һаны буйынса М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Пермь дәүләт гуманитар-педагогия университеты – иң алдынғылар, – тип билдәләне БДПУ-ның ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса проректоры Светлана Гәрәева.

Әбйәлил ауылында йәшәгән Динара һәм Юнир Әхтәмовтарҙың ҡыҙы, Өфө фән һәм технологиялар университетын 4-се курс студенткаһы Рәмилә лә «Студент стартапы» конкурсы сиктәрендә үҙенең проектын тормошҡа ашырыуға бер миллион һум аҡса аласаҡ. Яҡташыбыҙ нефть менән бысранған тупраҡты рекультивациялау өсөн ауыл хужалығы ҡалдыҡтары нигеҙендә сорбенттар эшкәртеүҙе тәҡдим итә.

–«Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды «Студент стартапы» конкурсында грантҡа ғаризамды хупланы. Проектымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Республикабыҙҙан 11,6 ғариза бирелеп, еңеп сыҡҡан 158 проекттың береһе минеке булыуына шатмын. Ғилми етәксем Фәрхетдинов Рәшит Ғабдулла улына ярҙам өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен», — ти Рәмилә.

Артабан да уңыштар юлдаш булһын һиңә, Рәмилә!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас